Школа » Презентации » Другие презентации » Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев

Презентация - "Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев"

0
19.08.24
На нашем сайте презентаций klass-uchebnik.com вы можете бесплатно ознакомиться с полной версией презентации "Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев". Учебное пособие по дисциплине - Презентации / Другие презентации, от атора . Презентации нашего сайта - незаменимый инструмент для школьников, здесь они могут изучать и просматривать слайды презентаций прямо на сайте на вашем устройстве (IPhone, Android, PC) совершенно бесплатно, без необходимости регистрации и отправки СМС. Кроме того, у вас есть возможность скачать презентации на ваше устройство в формате PPT (PPTX).
Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев 📚 Учебники, Презентации и Подготовка к Экзаменам для Школьников на Klass-Uchebnik.com

0
0
0

Поделиться презентацией "Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев" в социальных сетях:

Просмотреть и скачать презентацию на тему "Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев"

НӘЖИБ АСАНБАЕВТЫҢ
«ҠЫҘЫЛ ПАША»
ДРАМАҺЫНДА КӘРИМ ХӘКИМОВ ОБРАЗЫ

1 слайд

НӘЖИБ АСАНБАЕВТЫҢ
«ҠЫҘЫЛ ПАША»
ДРАМАҺЫНДА КӘРИМ ХӘКИМОВ ОБРАЗЫ

Әҙәбиәт аҡһаҡалы - Нәжиб Асанбаев
Николай Васильевич Асанбаев
(1921 —2013)
Башҡортостанды
2 слайд

Әҙәбиәт аҡһаҡалы - Нәжиб Асанбаев
Николай Васильевич Асанбаев
(1921 —2013)
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, күренекле прозаик, шағир, драматург.

Нәжиб Асанбаев ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.  Уның ижады башҡорт драматур
3 слайд

Нәжиб Асанбаев ватан һәм милли драматургияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Уның ижады башҡорт драматургияһы классикаһы һәм республикалағы күп милләтле мәҙәниәттең сағыу кәүҙәләнешенә әүерелде.
Бөйөк яҙыусы тарафынан ижад ителгән әҫәрҙәр башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына инде.

ТОРМОШ ЮЛЫ

4 слайд

ТОРМОШ ЮЛЫ

1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Баҡалы районы Ахман ауылында  тыуа.
1937 йылда Өфө финанс
5 слайд

1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡортостандың Баҡалы районы Ахман ауылында тыуа.
1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамламай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.
1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
1961—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай.
1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.
Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат булды. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнгән.

ӘҪӘРҘӘРЕ

6 слайд

ӘҪӘРҘӘРЕ

Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
Вәлимә. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1953 й.
Беҙгә егетт
7 слайд

Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
Вәлимә. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1953 й.
Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
Ҡанат йәйгәндә. Драма. Өфө, 1969 й.
Күктән төшкән бәхет. Комедия. Өфө, 1969 й.
Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
Һыу юлы. Комедия. Өфө, 1971 й.
Зәйтүнгөл. Пьеса. Өфө, 1975 й.
«Ҡыҙыл паша» пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.

«ҠЫҘЫЛ ПАША» ДРАМАҺЫ

8 слайд

«ҠЫҘЫЛ ПАША» ДРАМАҺЫ

Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат <br
9 слайд

Яҡын Көнсығышта иң тәүге совет илсеһе, башҡорттар тарихында тәүге консул, революционер, дипломат
Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы- төп герой.

ЯҘЫЛЫУ ТАРИХЫ
«ҠЫҘЫЛ ПАША» ДРАМАҺЫ ТУРАҺЫНДА
ДРАМАТУРГ БЫНА НИМӘЛӘР ҺӨЙӘЛӘЙ:

10 слайд

ЯҘЫЛЫУ ТАРИХЫ
«ҠЫҘЫЛ ПАША» ДРАМАҺЫ ТУРАҺЫНДА
ДРАМАТУРГ БЫНА НИМӘЛӘР ҺӨЙӘЛӘЙ:

«Мәшһүр дипломат Кәрим Хәкимовтың исеме менән ныҡлап танышыу бына нисек башланды. Яҙыусылар союзында
11 слайд

«Мәшһүр дипломат Кәрим Хәкимовтың исеме менән ныҡлап танышыу бына нисек башланды. Яҙыусылар союзында өҫтәл артында ҡағыҙҙарға күмелеп ултырғанда, берәү бүлмәмдең ишеген шаҡып инде. Алдымда хәбәрсе Лотфый Ғәҙилев ҡулына ҙур сумка тотоп баҫып тора. Һөйләшеп киттек. Баҡтиһәң, бик изге эш менән йөрөй икән. Ул ҡасандыр ғәрәп илдәрендә республикабыҙҙан күренекле дипломаттың эшләүе хаҡында әйтте. Күңелемә ниндәй ҙә булһа әҫәрҙе һалып ҡуям икән, ул әҙме-күпме ваҡыт үтеүгә моронлай башлай. Шулай ҙа барыбер ҡәләмгә тотонорға нимәлер тотҡарлай, ҡамасау итә. Ә ниңә берәй ғәрәп иленә сәйәхәткә сыҡмаҫҡа? Көтмәгәндә ошо уй күңелемә тынғылыҡ бирмәй башланы. Быны тормошҡа ашырыуҙы үҙемә тәү бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙым. Кәрим Хәкимовтың яҡташы – КПСС-тың Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары Таһир Ахунйәнов ярҙамында Йеменгә командировка хәстәрләнем. Ул ваҡытта сит илгә сығыуҙың шул тиклем мәшәҡәт эш икәнен күптәр белә. СССР-ҙың юғары инстанцияларына – КПСС Үҙәк Комитетына, унан СССР Яҙыусылар союзына мөрәжәғәт иттек, ҡыҫҡаһы, был йәһәттән эштәр көйләнде. Был хәл 1981 йылда булды. Бына, ниһайәт, мин ғәрәп илендә. Унда яҡташым йөрөгән юлдарҙан үттем, илсене күреп белеүсе өлкәндәр менән осрашыуҙар ойошторҙом. Һөйөклө ҡатыны һәм ҡыҙы ла тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты. Ғөмүмән, дипломаттарҙың эске донъяһына үтеп инергә, эш үҙенсәлектәрен һәм нескәлектәрен ныҡлап белергә тырыштым. Мин үҙемдең әрһеҙлегем менән сит илгә сығыуға өлгәшмәһәм, бәлки, халыҡ яратып ҡараған көслө пьеса килеп сыҡмаған да булыр ине.»

12 слайд

13 слайд

«Ҡыҙыл паша» драмаһы  Башҡорт дәүләт академия драма театрында даими ҡуйыла. Режиссеры Лек Вәлиев. Ил
14 слайд

«Ҡыҙыл паша» драмаһы  Башҡорт дәүләт академия драма театрында даими ҡуйыла. Режиссеры Лек Вәлиев. Илсе Кәримде Әхтәм Абушахманов башҡара.
Пьесаның премьераһы Мәскәүҙә ҙур уңыш менән үтә.
Һуңынан фильм-спектакль төшөрә, 22 ғәрәп иле уны һатып ала. Театр был пьесаны сит ил тамашасыларына ла күрһәтә. Йемен Республикаһының илсеһе Абдо Усман Мөхәммәттең Н.Асанбаевтың ҡулын ҡыҫып, спектакль халыҡтар дуҫлығына яҡты нур өҫтәй тип маҡтау һүҙҙәре әйтеүе оло баһа, ул һирәктәргә тәтей торған бәхеттер.
Башҡорт дәүләт академия драма театры 1985 йылда Дамаскта Бөтә ғәрәп илдәре театрҙарының фестивалендә ҡатнаша.. «Хайран ҡалырлыҡ спектакль ҡуйҙығыҙ, шуны белдек: башҡорттар иҫ киткес күркәм халыҡ икән. Улай матур булыу шифалы ҡымыҙ эсеү һәм тәмле йүкә балын ашау менән бәйлелер», — тигән һүҙҙәрҙе яҙалар.
Был пьеса өсөн Салауат Юлаев премияһы бирелә.

15 слайд

Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов  — күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәренд
16 слайд

Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов — күренекле совет дипломаты һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәре. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле була.
Сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп һәм элгәрәк революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министырлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән. «Ҡыҙыл паша»ны репрессиялау һәм язалап үлтереү Сәғүд Ғәрәбстанында идара итеүсе династияға тәрән тәьҫир яһай — шул уҡ 1938 йылда короллек СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм улар тик 1990-сы йылдар башында ғына тергеҙелә.

17 слайд

18 слайд

19 слайд

20 слайд

https://www.youtube.com/watch?v=1CqeKtMBAcM

21 слайд

https://www.youtube.com/watch?v=1CqeKtMBAcM

Комментарии (0) к презентации "Презентация по башкирской литературе на тему Нажиб Асанбаев"