Презентация - "Презентация по башкирской литературе "Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество""
- Презентации / Другие презентации
- 0
- 23.04.24
Просмотреть и скачать презентацию на тему "Презентация по башкирской литературе "Шайхзада Бабич. Жизнь и творчество""
Шәйехзада Бабич
(1895-1919)
Шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте
(1917—1919) ағзаһы
Атаһы Мөхәмәтзакир
Башланғыс белемде тыуған ауылында,
атаһы, Әсән мәхәлләһенең
указлы муллаһы, Мөхәмәтзакирҙың
мәҙрәсәһендә ала.
1911-1916 Өфө ҡалаһындағы «Ғәлиә»
мәҙрәсәһендә уҡый.
Унда ҡулъяҙма рәүешендә сығарылған
«Парлаҡ» һәм «Эләктергес» исемле
журналдарҙы сығарыуҙа ҡатнаша.
«Ғәлиә» мәҙрәсәһе
1916 йылда «Ғәлиә» мәҙрәсәһен
тамамлағас, Ырымбур губернаһы
Троицк ҡалаһында өсөнсө мәсет
янындағы мәҙрәсәлә уҡыта,
«Аҡмулла» журналын сығарыуҙа
ҡатнаша,артабан «Ҡармаҡ»
сатирик журналында эшләй.
1917 йылда Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарына
делегат була.
III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эше ваҡытында,
1917 йылдың 18 декабрендә,
Шәйехзада Бабич инициативаһы менән
демократик башҡорт йәштәренең «Тулҡын»
мәҙәни-ағартыу һәм әҙәби берекмәһе
ойошторола.
1919 йылдың 21 февралендә уҙған I Бөтә
башҡорт хәрби съезының секретары була.
1919 йылдың 25 февралендә Башревкомдың
матбуғат бүлеге хеҙмәткәре итеп
тәғәйенләнә.
1919 йылдың 28 мартында
Башҡорт АССР-ы Бөрйән-Түңгәүер
кантоны Йылайыр ауылында,
типографияны күсереү эштәре менән
шөғәлләнгәндә, шағир Ғәбделхәй
Иркәбаев менән берлектә 1-се
Смоленск уҡсылар полкының ҡыҙыл
армеецтары тарафынан үлтерелә.
1995 йылда шағирҙың тыуған яғында —
Дүртөйлө районы Әсән ауылында
Шәйехзада Бабич музейы асылған
Хәтер
Әсәндә, Йылайырҙа, Сибайҙа һәм
Мишкә районы Ҡыйғыҙтамаҡ ауылында
шағирға бюст ҡуйылған.
Сибай ҡалаһындағы бюст
Шәйехзада Бабичтың ижады һәм тормошо
хаҡында тулы метрлы «Бабич» нәфис
фильмы төшөрөлөп, 2017 йылдың
апреленда прокатҡа сыҡты
(режиссеры —Булат Йосопов)
Ижады
Дәртле ҡайнар йырҙарымды
Йырламайым дәртем өсөн;
Йырлайым тик мәңге шат,
Дәртле, көләс халҡым өсөн.
Иламайым мин көндәрем
һырғаҡ, һыуыҡ һалҡын өсөн;
Илайым тик ярлы, меҫкен,
Ҡыҙғаныс халҡым өсөн.
Йәш сағым, алтын сағым,
Ялҡын сағым булһын фиҙа
Халҡым алдында минең
Биргән таҙа антым өсөн.
1914
Ап-аҡ алтын йырҙарымды
Йырламайым данлыҡ өсөн;
Йырлаймын алтын илем өсөн,
Үҙ туған халҡым өсөн.
Саф көмөштәй йырҙарымды
Йырламайым алтын өсөн;
Йырлайым тик саф көмөштәй
Саф йөрәк халҡым өсөн.
Сәскә төҫлө йырҙарымды
Йырламайым зауҡым өсөн;
Йырлайым тик сәскәләй
Ҡыҙҙарға бай халҡым өсөн.
Халҡым өсөн
1918 йылда Бабичтың үҙе иҫән сағында
сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы —
«Йәш Башҡортостан» китабы нәшер ителә.
Янып-көйөп, бәғерем өҙгөләнеп,
Ләғнәт уҡыйым, кемгә —
белмәйем,
«Килер микән аҡ көн беҙгә лә?» тип,
Уралҡайға ҡарап илайым.
Күрәм: үҙ олпатын боҙмай һаҡлап,
Урал ята әкрен, тын ғына;
Ала шунда йәнде тынлыҡ ҡаплап,
Килә башлай тәмле уй ғына...
Ишеткәндәй булам әллә ҡайҙан
Ырыҫ, бәхет, өмөт йырҙарын;
Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән,
Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын.
1916
Йөрөгән саҡта башҡорт
туғайҙарын
Йәнем әллә ҡайҙа елкенә;
Ишеткәндә моңло ҡурайҙарын,
Йөрәгемә моңдар бөркөлә.
Тауҙарына менһәм, ҡырҙа йөрөһәм,
Балҡый йәннәт нуры — гөлөстан,
Меҫкен башҡорт ауылын килеп күрһәм,
Аңҡый хәсрәт, үлем — гүрестан.
Гүрестандай ғәмле ауылдарҙа
Ҡыбырлаша йәнле мәйеттәр,
Йәнле мәйеттәрҙең ғәмен көйләп,
Илап аға Һаҡмар, Яйыҡтар.
Көтәм