Презентация - "Кластан тыш сара.Башҡорт теле – туған телем."
- Презентации / Другие презентации
- 0
- 31.08.24
Просмотреть и скачать презентацию на тему "Кластан тыш сара.Башҡорт теле – туған телем."
Кластан тыш сара
«Башҡорт теле – туған телем»
7а класс
Әҙерләне:башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Хәмиҙуллина Әлмирә Тимербулат ҡыҙы
Маҡсат: Әсә теленә ҡарата һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тойғолары уятыу, балаларҙың телмәрен халҡыбыҙҙың мәҡәлдәре, йырҙары, бейеүҙәре тураһында белемдәрен байытыу.
Йыһазландырыу: күренекле кешеләрҙең тел тураһында әйткән һүҙҙәре (плакаттар), ребустар, туған телдә сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе, мультимедия проекторы, экран, компьютер, компьютер презентацияһы.
Эпиграф:
Сәләмләйбеҙ һауаны
Именлек булһын өсөн,
Сәләмләйбеҙ Ер – әсәне
Беҙҙе туйҙырған өсөн,
Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы
Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!
Ерем, илем, телем
1. Башҡорт телендә һөйләшәм,
Башҡорт телендә.
Минең йәшәү тамырҙарым
Башҡорт ерендә.
2. Туған телем, һин халҡымдың,
Былбыл тауышы.
Быуаттарҙан быуаттарға
Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға
Һинең һыуҙарың.
Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар
Һинең моңдарың.
М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры башҡарыла.
1-се уҡыусы.
Беҙҙе бер саҡ ҡырағай күрҙеләр,
“Телһеҙ” башҡорт тип көлдөләр,
Ер-һыуыбыҙ, илебеҙ таланды,
Йөрәгебеҙ булды яралы.
Ирек һөйҙөк, ҡоштай талпынып,
Ләкин ауыр яза татыныҡ.
Телебеҙҙе батша ҡырҡтырҙы,
Тархан мырҙа ҡамсы һуҡтырҙы.
Телһеҙ булдыҡ. Ләкин хыялдар
Даръяларҙан тәрән, киң ине.
Бығауҙарҙы бер саҡ өҙөрбөҙ,
Ирек таңы тыуыр бер, тинек.
Рус туғаным менән бергәләп
Азат иттек изге еремде
Көслө, бай һәм сәсән яһаныҡ
Минең туған башҡорт телемде.
(Б.Бикбай)
Уҡыусылар шиғырҙар һөйләй.
2-се уҡыусы.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Минән ҡоштар көнләшә.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Мин ҡояшҡа тиңләшәм.
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Бар булмышым нур ғына
Үҙ телемдә һөйләшәм,
Күңелкәйем йыр ғына…
(Д.Талхина)
3-сө уҡыусы.
“Әсәй!” тигәндә лә һин кәрәк,
“Атай!” тигәндә лә һин кәрәк.
Берҙән-берем, айым, ҡояшым,
Тип әйтһәм дә, телем, һин кәрәк.
Салауат та ғорур башҡортон
Туған теле менән данлаған.
Киң Уралын – данлы төйәген
Һаҡлар өсөн ерен данлаған.
Эй, туған тел, нәфис телем һин,
Наҙлы моңоң мине һуғарған.
Күңелдәрем һүнмәҫ – һүрелмәҫ
Әсә телкәйенән нур алған.
(К.Кинйәбулатова)
Бер тел белгән берәү менән,күп тел белгән,күп кеше менән аралашыр.
Тел байлығы бай итер,тел юҡлығы юҡ итер.
Сит тел белгән ҙарланған,
бер тел белгән хурланған.
Мәҡәлдәр өҫтөндә эш.
Буратино кирелде,
Бер-ике, эйелде.
Ҡулдарын ситкә йәйҙе.
Алтын асҡысын тапты
Һәм асҡысын алыр өсөн
Аяҡ осона баҫты.
Ял минуты
Хор менән:
Данлы ерҙең, ғәзиз ерҙең
Улы булып тыуған көнөм,
Рәхмәт һиңә!
Йыр булырлыҡ һүҙҙәр биргән
Матур телем, туған телем
Рәхмәт һиңә!
(Г.Нәбиуллин)
1.“Балам!”- тиеп туған телдә
Өндәшә миңә әсәй.
“Әсәй!” – тиеп әсәйемә
Мин туған телдә әйтәм.
Ҡушымта:
Донъяла иң-иң матур ил –
Ул минең Тыуған илем.
Донъяла иң-иң матур тел –
Ул минең туған телем.
2.Туған телемдә һөйләшәм,
Йәшәйем туған илдә.
“Туған ил” тигән һүҙҙе лә
Әйтәм мин туған телдә.
Ҡушымта:
3. Иң изге хистәремде мин
Туған телдә аңлатам.
Шуға күрә Тыуған илде
Хөрмәтләйем, яратам.
Ҡушымта:
Дәресте “Туған телем” (Э.Мөьмининова) тигән йыр менән тамамлау.