Школа » Презентации » Другие презентации » Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_

Презентация - "Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_"

0
19.08.24
На нашем сайте презентаций klass-uchebnik.com вы можете бесплатно ознакомиться с полной версией презентации "Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_". Учебное пособие по дисциплине - Презентации / Другие презентации, от атора . Презентации нашего сайта - незаменимый инструмент для школьников, здесь они могут изучать и просматривать слайды презентаций прямо на сайте на вашем устройстве (IPhone, Android, PC) совершенно бесплатно, без необходимости регистрации и отправки СМС. Кроме того, у вас есть возможность скачать презентации на ваше устройство в формате PPT (PPTX).
Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_ 📚 Учебники, Презентации и Подготовка к Экзаменам для Школьников на Klass-Uchebnik.com

0
0
0

Поделиться презентацией "Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_" в социальных сетях:

Просмотреть и скачать презентацию на тему "Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_"

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти

1 слайд

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти

Шағирҙың тормош юлы
Рәшит Ниғмәти
(Рәшит Ниғмәтулла улы
Ниғмәтуллин) 1909 йылдың
9
2 слайд

Шағирҙың тормош юлы
Рәшит Ниғмәти
(Рәшит Ниғмәтулла улы
Ниғмәтуллин) 1909 йылдың
9 февралендә хәҙерге
Куйбышев өлкәһенең Оло
Чернигов районы
Диңгеҙбай ауылында
Крәҫтиән ғаиләһендә
тыуған.

Шағирҙың белеме
Ете йәше тулғас, Рәшит үҙҙәренең ауыл
мәҙрәсәһендә уҡый башлай.Туғыҙ йәше <b
3 слайд

Шағирҙың белеме
Ете йәше тулғас, Рәшит үҙҙәренең ауыл
мәҙрәсәһендә уҡый башлай.Туғыҙ йәше
тулғас - әсәһе, ә һуңынан атаһы үлеп китә.
Тәүҙә Һамарҙағы, шунан Украиналағы
балалар йортонда тәрбиәләнә.1924 йылда
Өфөгә килеп, етем балалар өсөн асылған
Ленин исемендәге мәктәпкә уҡырға инә.

1931 йылда ул Өфөлә педрабфак
тамамлай һәм Туймазыға «Ленин юлы»
исемле район газетаһы редак
4 слайд

1931 йылда ул Өфөлә педрабфак
тамамлай һәм Туймазыға «Ленин юлы»
исемле район газетаһы редакцияһына эшкә
китә.1933-1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта
Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, унан
тағы Туймазы районына эшкә ҡайта.
Һуңынан ул Өфөгә күсеп, «Коммуна»
газетаһы редакцияһында, Яҙыусылар союзы
аппаратында эш башҡара, ә 1938 йылдан
алып профессиональ яҙыусы
булып китә.

Башҡорт совет әҙәбиәте
өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн
Рәшит Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл
Б
5 слайд

Башҡорт совет әҙәбиәте
өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн
Рәшит Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл
Байраҡ һәм ике тапҡыр Почет
Билдәһе ордендары менән
наградлана.
1956 йылдың февралендә 50 йәше
тулыу уңайынан Рәшит Ниғмәтигә
«Башҡорт АССР-ның
халыҡ шағиры»
тигән маҡтаулы исем бирелә.

Оҙаҡ ауырыуҙан һуң Рәшит Ниғмәти
1959 йылдың октябрендә үлә.Шағирҙы
үҙе яратып йырлаған Ағи
6 слайд

Оҙаҡ ауырыуҙан һуң Рәшит Ниғмәти
1959 йылдың октябрендә үлә.Шағирҙы
үҙе яратып йырлаған Ағиҙел ярына –
Салауат Юлаев паркына ерләйҙәр.

Шағирҙың ижады
Рәшит Ниғмәти 1926 йылда яҙа
башлай.Уның беренсе шиғыры
«Башҡортостан» га
7 слайд

Шағирҙың ижады
Рәшит Ниғмәти 1926 йылда яҙа
башлай.Уның беренсе шиғыры
«Башҡортостан» газетаһында донъя
күрә.1933 йылда «Кереш» исемле
тәүге шиғырҙар йыйынтығы
баҫылып сыға.

Әҫәрҙәре
«Кереш» - 1933
«Дауылдар тыуҙырған ғүмер» - 1938
«Йәмле Ағиҙел буйҙары» - 1940

8 слайд

Әҫәрҙәре
«Кереш» - 1933
«Дауылдар тыуҙырған ғүмер» - 1938
«Йәмле Ағиҙел буйҙары» - 1940
«Минең баҡсамда» - 1941
«Һинең кәләшеңдең хаттары»
«Башҡортостан һүҙе»
«Мөхәббәт һәм нәфрәт»
«Һаҡмар ҡыҙы», «Сәләмләү»
Драмалары: «Урман шаулай»-1942
«Уның йондоҙо»-1948
«Ағиҙел ярында»-1950

Шағирҙың бөтә ижад осоро әҙәбиәт
этаптарының береһе булған совет
осороноң тәүге яртыһына та
9 слайд

Шағирҙың бөтә ижад осоро әҙәбиәт
этаптарының береһе булған совет
осороноң тәүге яртыһына тап килә.
Уның һәр әҫәрҙәренә тиерлек бөгөнгө
йәш быуын уҡыусыһына ят була барған
Ленин, коммунизм кеүек һүҙҙәр
килеп инә; улар көслө патриотизм
рухында яҙылған.

Мин постамын
...Мин постамын, Ватан!
Фронттарыңдың
Ҡайһы флангыһына ҡуйһаң да,
Йөрәгеңә
10 слайд

Мин постамын
...Мин постамын, Ватан!
Фронттарыңдың
Ҡайһы флангыһына ҡуйһаң да,
Йөрәгеңә атҡан дошман уғын
Тәнем ҡаплар минең, уҙғармаҫ!
1938 йыл

Бер үк ваҡытта, Рәшит Ниғмәти
әҫәрҙәренең һәр юлында Ватанға, тыуған Башҡортостанға һәм уның хал
11 слайд

Бер үк ваҡытта, Рәшит Ниғмәти
әҫәрҙәренең һәр юлында Ватанға, тыуған Башҡортостанға һәм уның халҡына ҡайнар һөйөү, уның ҡара көндәре өсөн борсолоп, хәҙерге уңыштарына шатланыу мотивы ярылып ята.
Тамырҙарың ҡан тартҡан
Йөрәк ите кеүек тулғанып,
Ерҙең күкрәгенең майын һура
Апшерондың ҡара урманы.
«Ер ҡайнай» (Ишембай нефтенә),1931

Йәмле Ағиҙел буйҙары
Рәшит Ниғмәтиҙең һуғышҡа тиклемге
поэзияһында әҫәрҙең бөтә рухын,
и
12 слайд

Йәмле Ағиҙел буйҙары
Рәшит Ниғмәтиҙең һуғышҡа тиклемге
поэзияһында әҫәрҙең бөтә рухын,
идея-эстетик бөтөнлөгөн, тел-стиленең үҙенсәлектәрен халыҡсанлыҡ менән
һуғара килеүе айырата «Йәмле Ағиҙел
буйҙары» поэмаһында асыҡ сағылған. Поэманы ул 1939 йылда яҙа.

Йәмле Ағиҙел буйҙары

Урал!
Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.
13 слайд

Йәмле Ағиҙел буйҙары

Урал!
Үҙе боҙ диңгеҙҙең һыуын эсә,
Ә ҡойроғо ҡойона Аралда.
Быуаттарҙың баш өҫтөнән ҡарап,
Мәғрур тора бында ҡаялар.

Шул Уралдың гранит итәктәрен,
Ҡара ҡаяларын иретеп,
Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,
Һалҡын тер
14 слайд

Шул Уралдың гранит итәктәрен,
Ҡара ҡаяларын иретеп,
Ағиҙелкәй һыҙылып ағып сыға,
Һалҡын терегөмөш шикелле.

Рәшит Ниғмәтиҙең поэзияһы бай
темалы, күп жанрлы.Үҙенең күп һанлы шиғырҙарында, бигерәк тә «Үлте
15 слайд

Рәшит Ниғмәтиҙең поэзияһы бай
темалы, күп жанрлы.Үҙенең күп һанлы шиғырҙарында, бигерәк тә «Үлтер, улым, фашисты!», «Йәмле Ағиҙел буйҙары»,
«Һинең кәләшеңдең хаттары», «Һаҡмар ҡыҙы», «Осҡондан ялҡын» поэмаларында
Тыуған илгә, халыҡтар дуҫлығына дан йырлай, илеңдең, халҡыңдың патриоты булырға, ил дошмандарына ҡаршы аяуһыҙ
көрәшергә саҡыра.

Үлтер, улым, фашисты!
…Һалҡын ҡылыстарҙың йөҙөн үбеп,
Уралға ант бирҙе батырҙар:
Йә Гастелл
16 слайд

Үлтер, улым, фашисты!
…Һалҡын ҡылыстарҙың йөҙөн үбеп,
Уралға ант бирҙе батырҙар:
Йә Гастелло кеүек йән бирергә,
Йә дошманды еңеп ҡайтырға!
...Полктар китте.
Урал ҡарап ҡалды,
Оҙатып ҡалды Урал улдарын.
Еңеп ҡайтығыҙ! – тип шауланы һәм
Ҡул болғаны Урал урманы. (1942)

Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар
- Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,
Бына беҙ торған урын.
Һәм һинең
17 слайд

Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар
- Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,
Бына беҙ торған урын.
Һәм һинең көн һайын иртән
Уйнарға сыҡҡан юлың.
Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур,
Ҡояштай балҡып тора;
Тауҙары, зәңгәр болоттай,
Күктәргә ашып тора.
1944

Хәйерле юл һеҙгә
Беренсе сентябрь көнө,
Ә ҡояш әле ҡайнар.
Беренсе сентябрь үҙе,
Ағастар
18 слайд

Хәйерле юл һеҙгә
Беренсе сентябрь көнө,
Ә ҡояш әле ҡайнар.
Беренсе сентябрь үҙе,
Ағастар һаман байҙар.
...Мәктәптәр матур биҙәлгән,
Мәктәптәр ишеге асыҡ.
Балалар мәктәпкә бара,
Шатланып, дәртле баҫып.
1949

Башланды
...Дуҫтарым! Һеҙҙең ҡаршыла
Фән тауы ҡалҡып тора.
Шул тауҙың иң-иң түбәһе
Яҡтыр
19 слайд

Башланды
...Дуҫтарым! Һеҙҙең ҡаршыла
Фән тауы ҡалҡып тора.
Шул тауҙың иң-иң түбәһе
Яҡтырып, балҡып тора.
Юҡ унда шымарған юлдар,
Тик ташлы һуҡмаҡ ҡына.
Тауҙың түренә ҡыйыуҙар
Тырышып-тырмашып менә.

Мин - башҡортмон.
Гүзәл баҡса минең ерем.
Сәскә ата Башҡортостан – минең илем.
Халҡым хаҡлы
20 слайд

Мин - башҡортмон.
Гүзәл баҡса минең ерем.
Сәскә ата Башҡортостан – минең илем.
Халҡым хаҡлы хеҙмәт, ялға һәм уҡыуға,
Рус телендәй ғорур яңғырай туған телем.
«Мин талап итәм» - 1950

Яҙ килде
Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ! Тәрән һулы
21 слайд

Яҙ килде
Тәүҙә тау биттәрен ҡарҙан әрсеп,
Гөрөлдәтеп шыя-һыуҙарҙы,
Яҙ килде, яҙ! Тәрән һулыш алды
Киң күкрәге тыныс ҡырҙарҙың.
Яҙ килгәйне, сана ялға китте,
Юл асылды йүгерек арбаға.
Ағас ботаҡтарын бүлешә алмай
Сыр-сыу килде ҡара ҡарғалар.
1957

Шағир драматургия, тәржемә өлкәһендә
лә актив эшләгән. Уның «Ағиҙел
ярында»,«Урман шаулай» д
22 слайд

Шағир драматургия, тәржемә өлкәһендә
лә актив эшләгән. Уның «Ағиҙел
ярында»,«Урман шаулай» драмалары
Башҡорт академия драма театрында
ҡуйыла. А.Пушкиндың «Руслан и Людмила»,
В.Маяковскиҙың «В.И.Ленин»,
«Бөтә тауышҡа» поэмаларын,
Д.Фурмановтың «Чапаев», С.Злобиндың
«Салауат Юлаев» романдары башҡортса
уның тәржемәһендә сыға.

Рәшит Ниғмәтиҙең ғаиләһе: ҡатыны,
ҡыҙҙары Флорида, Лариса, улы Нур.
1948 йыл.

23 слайд

Рәшит Ниғмәтиҙең ғаиләһе: ҡатыны,
ҡыҙҙары Флорида, Лариса, улы Нур.
1948 йыл.

Рәшит Ниғмәти үҙенең ижады менән
башҡорт поэзияһын бейеккә күтәрҙе.
«Йәмле Ағиҙел буйҙары»
24 слайд

Рәшит Ниғмәти үҙенең ижады менән
башҡорт поэзияһын бейеккә күтәрҙе.
«Йәмле Ағиҙел буйҙары» тигән поэмаһы
менән ул иҫән саҡта үҙенә һәйкәл ҡуйҙы.
Әхнәф Харисов
Ағиҙелкәй!
Киң дә, тәрән дә һин,
Йыры кеүек шағир улыңдың.
Үҙең һымаҡ, шағирың да йәшәр
Йырсың булып килер быуындың.
Яҡуп ҡолмой

Яуыз үлем,
Уны туҡтаттым, тип
Шатланма һин бөгөн,
йөҙәтмә.
Уның шиғриәте,
Шағир васыя
25 слайд

Яуыз үлем,
Уны туҡтаттым, тип
Шатланма һин бөгөн,
йөҙәтмә.
Уның шиғриәте,
Шағир васыяты,
Йөрәге лә беҙҙең
йөрәктә.
Ғ.Рамазанов

Иғтибарығыҙ өсөн
рәхмәт!

26 слайд

Иғтибарығыҙ өсөн
рәхмәт!

Комментарии (0) к презентации "Презентация по башкирскому языку Рашит Нигмати - народный поэт Башкортостана_"